Администрация сельского поселения
Зилим-Карановский сельсовет
муниципального района Гафурийский район
Республики Башкортостан

“Мотлаҡ ҡатнашабыҙ!” – тине бер тауыштан ибраһимдар

Еҙем-Ҡаран ауыл биләмәһе “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы”нда йыл да әүҙем ҡатнашып, биләмә өсөн байтаҡ ҡына файҙалы эштәр башҡарҙы.

12 декабрҙә Еҙем-Ҡаран ауыл биләмәһенә ҡараған ауыл-дар халҡы ҡатнашлығында уҙған йомғаҡлау йыйылышында “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы”нда киләһе – 2023 йылда ла ҡатнашып, проект конкурсында еңеү һәм ойоштороу мәсьәләләре ҡаралды.
Йыйылыштың рәйесе итеп бер тауыштан Еҙем-Ҡаран ауыл биләмәһе башлығы Валерий Мөхәмәтйәров һәм секретары – биләмәнең эштәргә идара итеүсеһе Эльза Әхмәҙуллина, иҫәп комиссияһына Айгөл Ғайсина менән Гөлшат Рахманғолова һайланды. Валерий Рәшит улы йыйылышты асып, көн тәртибе һәм был мөһим программа менән ҡыҫҡаса таныштырып үтте. Биләмә һәр төбәк өсөн файҙалы булған “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы”нда уҙған йылдарҙа ла ҡатнашып, республика ярҙамы һәм урындағы халыҡ тырышлығы менән “МТЗ-82” тракторы (2019 й), тағылма һәм роторлы ҡар таҙартыу ҡоролмаһы (2020 й), “УАЗ” базаһында янғын һүндереү автомашинаһы (2021 й), янғын һүндереү автомашинаһына мобиль бокс (2022 й) һатып алыныуын билдәләп үтте.
Йыйылышта ҡатнашыусылар барыһы бер тауыштан: “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы”нда мотлаҡ ҡатнашабыҙ!”- тинеләр. Ибраһим ауылында балаларға уйын майҙансығы төҙөү һәм “МТЗ-82” тракторы һатып алыу тәҡдимдәре булды. Был мәсьәләләр тауышҡа ҡуйылып, “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” проекты конкурсында еңеп сыға ҡалһаҡ, аҡсаны Ибраһим ауылына тәгәрмәсле трактор һатып алыуға йүнәлтергә” тигән ҡарар хуплап ҡабул ителде.
Биләмә башлығы В.Р.Мөхәмәтйәров проекттың яҡынса хаҡы 2 миллион 300 мең һумлыҡ булыуын һәм республика бюджетынан бүленгән 1 миллион 200 мең һумға халыҡтан һәм бағыусыларҙан 100-әр мең һум аҡса йыйылырға, 900 мең һумы ауыл биләмәһе бюджетынан бүленергә тейеш, тине. Конкурс документацияһын әҙерләү, аҡса йыйыу, тракторҙы һатып алыуҙы контролдә тотоу менән шөғөлләнәсәк әүҙем, ойоштороу һәләтле 10 кешенән торған инициатив төркөм һайланды. Ибраһим ауылында 129 йорт-хужалыҡ иҫәпләнеп, 106-һында кеше даими йәшәүен билдәләп, һәр ихатанан 950 һум аҡса йыйырға ҡарар ителде.
Был юлы ла уңыш йылмайыр һәм ибраһимдарҙың ниәтләгән изге эштәре “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы-2023” ярҙамында хәл ителер, тигән өмөттә таралыштылар.